Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ Инзира Шәфҡәт ҡыҙы РӘХМӘТУЛЛИНАны йәшлегенең күркәм байрамы - 30 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдәҠояш көлһөн мәңге йөҙөңдә
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, уңған, изге йөрәкле, таланттарға бай, туғандарына һәр саҡ ярҙамсыл, яҡты күңелле кеше.
Һөйөклөбөҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡта, йән тыныслығында, яҡындарыңа йылылыҡ өлгәшеп, изгелек-мәрхәмәткә ҡойоноп, әлегеләй һәр яңы көнгә шатланып, гел шулай әүҙем, көслө рухлы, сабыр, тырыш, ғаиләбеҙҙең терәк-таянысы булып, беҙҙең барыбыҙҙың да ихтирам-хөрмәтен тойоп, изгелеген күреп, имен һәм бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Йән рәхәте бирһен, Хоҙай, һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Филүс, ҡыҙҙарың Диана, Арина. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас