Яратабыҙ!

Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы һылыуы, Күмертау ҡалаһында йәшәүсе яҡын әхирәтебеҙ, коллегабыҙ, серҙәшебеҙ Нурзилә Миңлеғужа ҡыҙы Хәйбуллинаны йәшлегенең сәскә генә мәле, матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ! 

Яратабыҙ!Яратабыҙ!
Яратабыҙ!

Яҡыныбыҙға был көндә күңелебеҙ түрендә йөрөткән иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерге килә. Изге күңелле, ҡояш кеүек тирә йүнгә нур сәсеп йәшәүсе әхирәтебеҙ матурлыҡҡа ынтылыусы, бары тик гүзәллекте күреүсе, янында булғандарҙы илһамландырып, йәшәүгә дәрт өҫтәүсе илаһи зат ул! Бар яҡлап та уңған дуҫыбыҙ өлгөлө ғаилә усағын һаҡлаусы ла, мәрхәмәтле килен дә, иркә генә кинйә ҡыҙ ҙа, дүрт апаһына кәңәшсе, серҙәш һеңле лә, эш урынында яуаплы, эшен яратҡан хеҙмәткәр ҙә, киң күңелендә туғандары, яҡындары менән бер рәттән беҙгә, әхирәттәренә лә урын бүлеүсе дуҫ та ул. Яныбыҙҙа булыуың, ғүмер юлыңда беҙҙе әхирәт итеп һайлауың өсөн рәхмәт! Тыуған көнөңдә теләнәсәк бар изге теләктәр тормошҡа ашһын, яратҡан һәм яҡын кешеләрең һәр саҡ яныңда ҡалһын! Килер көндәрең яҡты,бәхеткә мөхәббәткә, уңыштарға бай, ырыҫлы булһын! Киләсәккә ныҡлы, ышаныслы аҙымдар яһарға яныңда һәр саҡ тиңең, һөйөклө Илгизең, балаларың барһын. Яратабыҙ! Байрамың мөбәрәк, табындарың һәр саҡ түңәрәк булһын, нур сәсеүсе Нурзилә!
Серем батҡан, мин гел аңлау тапҡан
Әхирәттәр, әлдә барһығыҙ!
Йәнем өшөгәндә - йылы усаҡ,
Янғанымда аҡ-саф ҡарһығыҙ.
Дауылдарҙа - ел-бурандан ҡасыр,
Ҡыуаныста - шатлыҡ уртаҡлашыр,
Йәлләмәгән күңел йондоҙҙарын
Яҡындарҙан-яҡын ҡыҙҙарым!
Хоҙайымдың һөйөклөһө булып
Йәшәһәгеҙ ине гел ерҙә!
Һаулыҡ һәм тыныслыҡ! Ҡалғанына
Көстәр етер, булһаҡ беҙ бергә!

Ҡотлау менән Лена һәм Лилиә әхирәттәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас