Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ

Яҡут ауылында ғүмер итеүсе беҙгә иң ҡәҙерле атай Һәм әнәйебеҙ - Тәлғәт Ғәзетдин улы һәм Әлфиә Ғайзулла ҡыҙы ҠӘҘЕРҒОЛОВтарҙы сапфир туйҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!!

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙПар имәндәр кеүек йәшәгеҙ
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ

Теүәл 45 йыл элек йәмле йәйҙең көндәрендә атайыбыҙ һәм әнәйебеҙҙең йөрәктәре мәңге ҡушыла. Матур донъя ҡороп, балалар үҫтереп, тормош һуҡмағынан атлауҙарына 45 йыл булып та китте.
Атай, әнәйебеҙ киң күңелле, алсаҡ, изгелекле кешеләр. Беҙҙе балаларын кешелекле, ярҙамсыл итеп тәрбиәләнеләр. Уларҙың кәңәштәре маяҡ булып тора беҙгә. Ғәзиздәребеҙҙе ғаилә байрамы менән ҡотлап, оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Атай – әсәй, һәр саҡ гөрләшеп.
Яҙҙар һайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар,
Осһон әле һеҙҙән көнләшеп!
Ошо көндәрҙә әнәйебеҙ Әлфиә Ғайзулла ҡыҙы ҠӘҘЕРҒОЛОВАның 65 йәшлек юбилейы ла булып үтте.
Ҡәҙерлебеҙ, күңел түрендә булған теләктәребеҙҙе, рәхмәттәребеҙҙе әйтеп бөтөрөрлөк түгел, икһеҙ-сикһеҙ улар. Хәстәрлекле лә, сабыр йөрәкле лә, тырышта һин. Ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, тормоштоң һәр бер матурлығын күреп йәшәүең беҙҙең өсөн өлгө ул.
Һәр ваҡыт йылы ҡараштарығыҙ менән ҡаршы алаһығыҙ, фатихаларығыҙҙы биреп, изге теләктәрегеҙҙе теләп оҙатып ҡалаһығыҙ. Артабан да иңгә-иң терәшеп, бер-берегеҙгә таяныс булып, күңел тыныслығында ғүмер итергә яҙһын һеҙгә. Тыуған йортобоҙ һәр ваҡыттағыса гөл-сәскәләргә күмелеп балҡып торһын, уты һүнмәһен.
Атай, әнәй, бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ, ярҙамығыҙ, кәңәштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙ беҙҙең өсөн ҙур терәк. Һеҙ булғанға беҙ бәхетлебеҙ. Киләсәктә яҡындарығыҙҙың иғтибарын, йылыһын тойоп, ҡәҙер - хөрмәттә йәшәргә яҙһын.
Ҡотлау менән ҡыҙҙарығыҙ, кейәүҙәрегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас