

Ҡәҙерлебеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткереп ныҡлы сәләмәтлек, һаулыҡ, тормош ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр, көс-көҙрәтең һүрелмәһен, һүнмәһен, баҫҡан аҙымдарың ышаныслы булһын. Ғүмер үрҙәреңдә шатлыҡ, ҡыуаныстар менән артылырға яҙһын. Киләсәктә лә яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән әтиең Шамил һәм әниең Суфия Тәржемәновтар, туғандарың Альбина һәм Ильяс, кейәүең Рәсил, киленең Лилиә һәм уларҙың балалары