

Тырыш, аҡыллы, алсаҡ булған ҡәҙерлебеҙ ошо көндәрҙә Уренгой ҡалаһында эшләп йөрөй. Киленебеҙ Зәлиә менән Күмертау ҡалаһында матур итеп донъя көтәләр.
Улым, алдағы тормошоңда ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, изге күңелле, ихтирамлы, иғтибарлы булып, киленем менән бергә иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ, мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Балаҡайым, бәғер емешем һин,
Хоҙай биргән иң ҙур бүләгем.
Ғүмер барҙа, улым, был тормошта,
Мин булырмын һинең терәгең.
Бәхетле бул, улым, тәүфиҡле бул,
Оҙон ғүмер бирһен Аллам.
Тормошомдоң йәшәү мәғәнәһе - һин,
Бик яратам һине, балам!
Иң изге теләктәр менән Рәмил абзыйың һәм әнәйең, күршеләрең.