

Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең таянысыбыҙ ҙа, ышанысыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Һиңә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡояштай оҙонон, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар, бөтә изге теләктәрең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Киләсәктә лә ҡайғы-хәсрәтһеҙ, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын һиңә.
Тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ нурлы, күк йөҙөң һәр саҡ аяҙ булһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр тормош иптәшең Зәлиә һәм ҡәйнәң Флүрә.