

Һөйөклөбөҙ беҙҙең, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Тыуған көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөнөп үтһен. Тормош иптәшең менән бергә, сәләмәтлектә, ҡорған донъяларығыҙға йәм биреп балалар, туғандар ихтирамында оҙаҡ йылдар бәхетле тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ.
Пар ҡанатлы бәхет нуры юлдаш булһын,
Тормош дәртең бер ҙә һүнмәһен.
Ҡояш кеүек һәр саҡ балҡып йәшә,
Һөйөү гөлөң мәңге шиңмәһен.
Тормош юлың гел дә балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Һаулыҡ менән, бәхет-шатлыҡ менән,
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән һинең барлыҡ яҡындарың.