Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, изгелекле өләсәйебеҙ Хәлиҙә Нәжиб ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны матур юбилейы – 60 йәше менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Беҙҙең менән һин дә бәхетле булБеҙҙең менән һин дә бәхетле бул
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул

Ҡәҙерлебеҙ, берҙән-беребеҙ! Йәмле йәйҙә тыуғанға, һинең йөрәгендә - йәй ҡояшы! Күңелебеҙҙә һиңә ҡарата йәшәгән тойғоларыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе еткерерлек донъяла һүҙҙәр табылмаҫ! Һөйөклөбөҙ беҙҙең асыҡ күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл кеше. Атайыбыҙ Әнүәр менән беҙгә матур тәрбәиә биреп үҫтерҙеләр, әлеге көндә яҡыныбыҙ әсәһен дә матур итеп тәрбиәләй. Ҡәҙерлебеҙҙең яҡындарына күрһәткән изгелеге, уларға таратҡан йылылығы барыһы ла үҙеңә меңләтә игелек булып ҡайтһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын! Киләсәк көндәрең дә өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Һин булғанға ерҙә беҙ бәхетле,
Һинең менән яҡты көнөбөҙ,
Беҙҙең менән һин дә бәхетле бул,
Һиңә оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әнүәр, ҡыҙың Динара, улың Маннур, ейәнең Тимур һәм кейәүең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас