Бәхет юлдаш булһын һиңә

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ Рәис Карамат улы ШӘМСУТДИНОВ үҙенең матур юбилейын билдәләй. 

Бәхет юлдаш булһын һиңәБәхет юлдаш булһын һиңә
Бәхет юлдаш булһын һиңә

Ҡәҙерлебеҙ! Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге һәм иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Һаулыҡта, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Һинең менән беҙ арҡалы, терәк таяныслы, ҡалҡанлы. Беҙ һине яратабыҙ, барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ!
Бәхеттәрең оҡшаш булһын, әтей,
Ҡышын яуған ап-аҡ ҡарҙарға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Һөйөү һәм ихтирам менән улың Руслан, киленең Гөлсинә, ейәнсәрҙәрең Азалия, Ралина, Амира.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас