

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ярҙамсыл, асыҡ күңелле, тырыш кеше. Уның изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуы менән беҙ бик бәхетле.
Ҡәҙерлебеҙ, һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Гүзәл, улың Радик, ҡәйнәң Мәхмүзә, ҡайнағаң Илшат һәм Миңзәлә.