Донъя именлеге юлдаш булһын

Бәләкәй Муса ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Күгәрсен районы Волостновка ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әтейебеҙ, олатайыбыҙ Нәғим Нәҡи улы МИҺРАНОВты ғүмер байрамы - 70 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Донъя именлеге юлдаш булһынДонъя именлеге юлдаш булһын
Донъя именлеге юлдаш булһын

Ҡәҙерлебеҙ 1976 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһында эшләне. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған газ сәнғәте хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде уға. Хеҙмәт ветераны булған әтейебеҙҙең миҙалдары, Почет грамоталары бар. Беҙгә лә, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә, тырышып эшләргә өндәп, һәр ваҡыт аҡыллы кәңәштәр бирә. Беҙгә биргән тәрбиәһе, кәңәштәре, хәстәре, йөрәк йылыһы, ел-ямғырҙан ҡурсалағаны өсөн уға ҙур рәхмәт!
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәктә лә тормошоң – нурлы, һаулығың – ныҡ, ғүмер юлың оҙон һәм тигеҙ булһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, бәхетебеҙ тулы. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын! Фәниә апайыбыҙ менән бер-берегеҙгә терәк булып, яҡындарыңдың ҡәҙер – хөрмәтен тойоп, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең һау-сәләмәт үҫеүенә , уңыштарына һөйөнөп, ҡайғы - хәсрәт күрмәй, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән улың Ғәфүр, киленең Руфина, ейәндәрең Айнур, Артур.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас