

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә матур байрамыңда ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле, мул тормош теләйбеҙ. Ҡартлыҡты һиҙмәйенсә, йәшәү дәртеңде һүндермәйенсә, оҙон-оҙаҡ, беҙҙе ҡыуандырып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын. Ғүмер буйына беҙ – балаларың тип тырышып йәшәнең, беҙгә матур тәрбиә бирҙең, барыһы өсөн дә һиңә рәхмәтлебеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, буләсәң исеменән ҡыҙың Лилиә.