Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн

Донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙҙе, әсәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе Әҡлимә Марат ҡыҙы ҠӘҘЕРҒОЛОВАны матур байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөнЙәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн

Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,

Тормош йәмле тик һин булғанға!
Ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Фәнил, ҡыҙың Лиана, кейәүең Александр, улдарың Фәнис һәм Динис, киленең Гөлназ, ейәнсәрҙәрең Розалина, София, Арина.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас