Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда

Беҙҙең өсөн иң яҡын, ғәзиз кешебеҙ, ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ, ҡәртәсәйебеҙ Луиза Мирдас ҡыҙы СОБХАНҒОЛОВАны матур ғүмер байрамы – 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Бәхет көтөп торһон ҡаршыңдаБәхет көтөп торһон ҡаршыңда
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда

Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ ысын мәғәнәһендә бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп китә.
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ дәрт теләйбеҙ, киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта, беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мөхәррәм, балаларың Линиза, Мөнир, Ләйсән, кейәүҙәрең Азамат, Рафаэль, киленең Илүзә, ейән-ейәнсәрҙәрең Алтынай, Сабина, Нәркәс, Рамаҙан, Мәҙинә, Әҙилә, Наилә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас