

Ҡыҙым тыуҙы наҙҙар менән бергә,
Йондоҙҙарҙан алып матурлыҡ.
Мин теләнем алтын айға ҡарап,
Бәхеттәре торһон гел тулып.
Ҡыҙым, һине тыуған көнөң менән
Ысын йөрәктән ҡотлайым бөгөн мин.
Тыуыр көндәр аяҙ булһын гел дә,
Ҡапламаһын болот күгеңде.
Юлдарыңда яҡын дуҫтар булһын,
Туғандарың булһын иң элек.
Һин үҙең дә ярат яҡшылыҡты,
Кешеләргә күрһәт игелек!
Бәхетле бул, уңыш йәнәш барһын,
Теләктәрең ҡабул булһындар!
Шатлыҡтарға тулған һәр бер көнөң
Нурҙар һибеп наҙға тулҡындар!
Иң изге теләктәр менән Әсәйең.