Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен

«Йәнтөйәк» башҡорт халыҡ фольклор ансамбленең алыштырғыһыҙ талант эйәһе, тоғро ҡатын, яҡшы әсәй, ышаныслы кеше – Луиза Мирдас ҡыҙы СОБХАНҒОЛОВА ошондай матур көндәрҙә үҙенең 65 йәшлек юбилейын билдәләй. 

Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһенКөнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен

Ғаилә, ауыл, район тормошоноң сараларында әүҙем ҡатнашҡан хеҙмәттәшебеҙгә киләсәк көндәренең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығының шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәүен теләйбеҙ. Тормош һынауҙарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, яҡындарығыҙ изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай үҙегеҙҙе ныҡлы сәләмәтлектән, илаһи моңобоҙҙан, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һеҙгә,
Көнөгөҙҙө шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек — иң ҙур бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп уҙмаһын.
Һеҙгә булған сикһеҙ хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ, ҡыуаныстар, сәләмәтлек
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә!
Ҡотлау менән «Йәнтөйәк» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле коллективы исеменән етәксеһе Айзилә Альберт ҡыҙы Юлуева.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас