Сәскә саҡ ҡына!

Ҡәҙерле ҡыҙым, тормош иптәшем, әсәйебеҙ, апайыбыҙ Светлана Баймырҙа ҡыҙы НУҒАЕВАны 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлап, күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. 

Сәскә саҡ ҡына!Сәскә саҡ ҡына!
Сәскә саҡ ҡына!

Беҙҙең ғәзиз кешебеҙ ябайлығы, алсаҡлығы, ярҙамсыллығы менән үҙенә тартып тора, донъябыҙға нур һибеүсе ҡояш төҫлө – уның менән яҡты ла, йылы ла, тыныс та. Беҙ һәр ваҡыт уның аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, сабыр булыуын хөрмәт итәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һине 55 йәшлек матур юбилейың — дәрт-дарманлы, маҡсатлы, был тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерҙәрен белеү осорона етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
55 йәш — ул сәскә саҡ ҡына!
Донъя имен, йәнең тыныс булып
Ең һыҙғанып йәшәр саҡ ҡына.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә һин шулай йөҙгәсә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мөнир, әсәйең Клара, балаларың, мырҙаң Фәнир, киленең Рәшиҙә һәм уларҙың балалары. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас