Тормош һуҡмағынан ғорур атла

Яратҡан ҡыҙыбыҙ, һеңлебеҙ Илүзә Азат ҡыҙы ИШКИНИНАны йәшлек байрамы – 18 йәше менән ысын күңелебеҙҙән ҡотлайбыҙ! 

Тормош һуҡмағынан ғорур атлаТормош һуҡмағынан ғорур атла
Тормош һуҡмағынан ғорур атла

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ҡыҙыбыҙға, ниҙәр генә теләһәк тә аҙ һымаҡ, иң мөһиме иҫәнлек-һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, әлбиттә.
Уҡыуыңды тамамлап, үҙең һайлаған һөнәреңә эйә булып, атай-әсәйеңде ҡыуандырып ҡына йәшәргә насип итһен. Алдағы көндәрҙә лә гел шулай аҡыллы, тыйнаҡ, инсафлы бала булып ҡал.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡталма.
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Туғандарың менән йәнәшә.
Иң-иң изге теләктәр менән: атайың Азат, әсәйең Нәзилә, ағайҙарың Азамат, Алмаз һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас