Аҡ бәхеттәр менән атһын таңығыҙ

Йәйҙең шау сәскәгә күмелгән, матур айында, беҙҙең сәскә кеүек матур, һөйөклө һеңлебеҙ Гүзәлиә Тимур ҡыҙы ДӘМИНОВАға 15 йәш тула. 

Аҡ бәхеттәр менән атһын таңығыҙАҡ бәхеттәр менән атһын таңығыҙ
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңығыҙ

Беҙ уны йәшлегенең матур байрамы менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Шулай уҡ һеңлебеҙ менән бер көндә тыуған көнөн билдәләгән ҡәҙерле бабайыбыҙ Альберт Иззат улы ФАРЗУЛАЕВты ла матур ғүмер байрамы - тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, ҙүмер миҙгелегеҙҙең матур байрамығыҙҙа һеҙгә ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәhендәй аҡ бәхеттәр, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеүегеҙҙе, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр тыуыр таңығыҙ бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныстар ғына алып килһен.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңығыҙ,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөгөҙҙә,
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һеҙгә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән Моратовтар ғаиләһе

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас