Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Ҡәҙерле әнейебеҙ, ҙурәнейебеҙ Мөнжимә Шәкүр ҡыҙы УСМАНОВАны 85 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. 

Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңәФәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә

Әней, һинең аҡыллы кәңәштәрең, йомшаҡ һүҙҙәрең, тәмле аштарың, яҡты йөҙөң тормошобоҙҙо яҡтыртып тора. Һин иҫ киткес сабыр кеше, ниндәй генә һынауҙар үтһәң дә күңел күтәренкелеген юғалтмайһың. Ауырлыҡтарға бирешмәй, беҙгә һәр ваҡыт үрнәк булып, ҡояш кеүек балҡып йәшәйһең. Һин булғанда донъябыҙ йәмле, фатихаларың менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, юлдарыбыҙ яҡты. Биргән тәрбиәң, кәңәштәрең өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ, һинең алда баш эйәбеҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!
Гел шулай тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Яҡындарыңа өләшкән күңел йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын. Аллаһы Тәғәлә сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын.Тыуыр таңдарың – имен, килер көндәрең – аяҙ булһын.
Әней – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, әней,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала.
Иң изге теләктәр менән улың Йәүҙәт, ҡыҙҙарың Гөлсирә, Гөлназ, Рәйлә, киленең Фатима, кейәүҙең Фәнил, Рәмил, барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас