Все новости

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә

Беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз, иң яҡын, иң ҡәҙерле кешебеҙ һөйөклө әнейебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Зөлфиә Зинур ҡыҙы АЙТБАЕВАны матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә матур байрамыңда ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле, мул тормош теләйбеҙ. Ҡартлыҡты һиҙмәйенсә, йәшәү дәртеңде һүндермәйенсә, оҙон-оҙаҡ, беҙҙе ҡыуандырып йәшәргә лә йәшәргә яҙһын. Ғүмер буйына беҙ – балаларың тип тырышып йәшәнең, беҙгә матур тәрбиә бирҙең, барыһы өсөн дә һиңә рәхмәтлебеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән һинең ҡыҙҙарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: