Все новости

Оҙон көйөң кеүек ғүмерле бул

Ошо көндәрҙә беҙҙең Аҡһары ауылының "Хазина" ағинәйҙәр төркөмөнең ағзаһы Луиза Мирдас ҡыҙы СОБХАНҒОЛОВА үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. 

Оҙон көйөң кеүек ғүмерле бул
Оҙон көйөң кеүек ғүмерле бул

Ошо уңайҙан беҙ коллегабыҙҙы ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ. Уға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, уңыштар теләйбеҙ. Ул беҙҙең тиҫтәләрсә йылдар буйы сәхнәбеҙҙең биҙәге, йөҙөк ҡашы булып килә. Моңло тауышы менән тамашасыларҙың хөрмәтен, алҡыштарын яулап, күңелдәргә илһам, дәрт өләшеүсе Луизабыҙ!
Бындай көндә ниҙәр теләһәк тә,
Әйтеп бөтөп булмай, әҙ һымаҡ...
Оҙон көйөң кеүек ғүмерле бул,
Йәмле тормош бирһен, моң һымаҡ.
Йән һөйгәнең, балаларың,
Нурлаһын йәндәреңде.
Моң шишмәләрең ҡоромай,
Күтәрһен дандарыңды.
Ҡотлау менән "Хазина"лар

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: