Все новости

Рәхәтләнеп йәшә

Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ Рузана Руслан ҡыҙы СЫНБУЛАТОВАны ғүмеренең иң матур сағы - 18 йәше тулыу көнө менән ҡотлайбыҙ!

Рәхәтләнеп йәшә
Рәхәтләнеп йәшә

Яҡыныбыҙға был көндә күңелебеҙ түрендә йөрөткән иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерге килә.
Һиңә, ҡәҙерлебеҙ, ҡыш сафлығын, яҙҙың дәртле һулышын, йәй матурлығын, көҙҙәр байлығын, йондоҙҙар яҡтылығын, мөхәббәттең ышаныслыһын, бәхеттең тулыһын, һаулыҡтың ныҡлыһын теләйбеҙ. Әле тормошоңдоң иң күркәм, иң көслө һәм иң яуаплы ваҡыттары. Һәр минуттың ҡәҙерен белеп туғандарыңдың яратыуында рәхәтләнеп йәшә.
Бөгөн һиңә 18 йәш тулды,
Саф йылмайыу ғына йөҙөңдә
Ирешәһе үрҙәр шундай бейек
Хыялдарың сикһеҙ диңгеҙҙәй.
Тормош юлың гел сәскәнән тормаҫ
Ауыр саҡта, балам, бул түҙем
Яҡындарың менән татыу йәшә
Иҫтә тотоп ололар һүҙен.
Иң изге теләктәр менән атайың Руслан, әсәйең Әлфинә, мырҙаң Эльнар, һылыуың Розалина.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: