

Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф, йәшәү дәрте, ҙур уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын! Оҙон ғүмер кисереп балаларыңдың изгелеген, шатлыҡ - ҡыуаныстарын күреп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп һөйөнөп йәшәргә, хеҙмәтеңдән йәм табып эшләргә насип булһын.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, кук йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ!
Тыуған көн – ҡәҙер, хөрмәт көнө,
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ!
Сәләмәтлек, күңел тыныслығы,
Бәхет - ҡыуаныстар юллайбыҙ!
Тыуыр көндәр һиңә илһам биреп,
Шатлыҡ, бәхет, уңыш килтерһен.
Хоҙай һаулыҡ, оҙон ғүмер биреп,
Йөҙ йәшкәсә һине еткерһен!
Иң изге теләктәр менән класташтарың.