

Һине тыуған көнөң уңайынан ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, аҡ бәхеттәр, эшеңдә уңыштар, теләйбеҙ. Тормош киләсәктә һиңә мәрхәмәтлек күрһәтһен, көндәрең аяҙ һәм шатлыҡ ҡыуаныстарға бай булһын, балаларыңдың изгелеген, бәхетен, яҡындарындың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Эшләгән эшеңдә уңыштар, гел шулай кешелекле эшһөйәр булып ҡал. Алдағы көндәрең бәхет-шатлыҡтарҙа үтһен. Артабан да йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшә!
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Зөһрә, ағайҙарың Фәнис, Фәнил, еңгәң Зәкирә, һылыуҙарың Эльвира, Зөлфирә, кейәүең Илназ һәм уларҙың балалары.