Гел бул һин шулай алсаҡ

Мәләүез районы Иштуған ауылында тыуып, әлеге ваҡытта Көйөргәҙе районы Тимербай ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерлебеҙ Фәнилә Зәбей ҡыҙы ШӘРИПОВА 60 йәшлек юбилейын ҡаршылай.

Гел бул һин шулай алсаҡГел бул һин шулай алсаҡ
Гел бул һин шулай алсаҡ

Ҡәҙерлебеҙҙе матур байрамың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелекләрен күреп, бәхетле, оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын.
Әтиебеҙ Рәшит Ғүзәир улы менән 40 йыл күркәм пар булып йәшәйегеҙ. Беҙҙе ике балағыҙҙы, эшһөйәр, намыҫлы, кешелекле булырға өйрәтеп үҫтерҙегеҙ. Артабан да тиңгә-тиң булып, бер-берегеҙҙе һаҡлап, йән тыныслығында килер йылдарҙы ҡаршыларға яҙһын һеҙгә.
Гел бул һин шулай алсаҡ,
Балаларың ҡыуандырып торһон.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар һәр саҡ
Һиңә тик юлдаш булһын.
Алдағы ғүмерең үтһен тигеҙ,
Йылмайһын тик уңыштар
Ейән-ейәнсәрҙәрең бер тигеҙ
Һиңә ғорурлыҡ булһындар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәшит, ҡыҙың Айгөл, улың Айнур, кейәүең Илфат, ейәнсәрҙәрең Рузанна, Иллария, ейәнең Илназ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас