Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин

Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ Илшат Нәҙелшә улы Мөхәмәтшинды ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һинБеҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин

Иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө әнейебеҙ, балаларың, туғандарың, дуҫтарың менән оҙаҡ йылдар һөйөнөп, аҡ бәхеткә төрөнөп йәшәргә яҙһын!һиңә ҡоростай ныклы һаулыҡ, оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ!
Һин булғанға беҙ бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын! Яратабыҙ!!!

Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.

Иң изге ҡотлауҙар менән һинең яратҡан тормош иптәшең Рәмилә, улың Рифат, киленең Нәйлә, ейәнең Кәрим, ҡыҙың Ильвина һәм кейәүең Фидан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас