Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм иң яҡын кешебеҙ Миңнур Сабит ҡыҙы РАМАЗАНОВА үҙенең 65 йэшлек күркәм юбилейын билдәләй. 

Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмәГел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә

Ҡәҙерлебеҙ ғүмер буйы балалар менән эшләне. Беҙ, балаларына матур тәрбиә биреп, иркәләп наҙлап ҡына үҫтерҙе. Бөгөнгө көндә ейәндәре лә өләсәй тип, йән атып торалар. Бәхетле өләсәйҙең 9 ейән-ейәнсәре бар. Уның изге йөрәгендә барыбыҙ өсөн дә урын табыла, ул һәр беребеҙҙе хәстәрләп, ҡайғыртып тора. Өҫтәле һәр ваҡыт мул, аштары телде йоторлоҡ тәмле уның.
Ҡәҙерлебеҙ, был матур юбилейың көнөндә, бәхеттең мөлдөрәмә тулыһын, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, эштәреңдең һәр ваҡыт уң булыуын теләйбеҙ. Ғүмер иртәләрен бәхеттә, балалар ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуанысында, матур көндәр һәм яңы өмөттәр менән бергә-бергә ҡаршыларға яҙһын. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, күңелеңдән көс-ғәйрәт китмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөп, атайыбыҙ менән бергә бәхетле тормошта, шатлыҡ ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Яҡыныбыҙҙың тормошо үҙе үҫтергән сәскәләре кеүек матур булһын!
Тырыш һинең оҫта ҡулдарың,
Матур эҙле үткән юлдарың,
Яҡындарға, дуҫ-туғандарға,
Һәр саҡ яҡты булды уйҙарың.
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең,
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең!!!
Йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң ихлас теләктәр менән тормош иптәшең Рәфис, ҡыҙҙарың Зөһрә, Эльвира, кейәүҙәрең Илдар, Айҙар, улың Салауат, киленең Айгөл һәм уларҙың балалары. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас