

Бөгөн һинең яҡты байрамың - Тыуған көнөң!
Беҙ һине ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлап, иң изге, яҡты , матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: сабыр холоҡло, кешелекле, йомарт һәм ярҙамсыл, киләсәктә лә киң күңелле , асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал! Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен!
Һиңә аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡ сәләмәтлек, ҡояштай оҙон ғүмер, һәр тотонған эштәреңә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ!
Балаларыңдың, яҡындарының изгелеген күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе,
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк,
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, балаларың һәм Ҡолоевтар ғаиләһе.