Таҙалыҡта үтһен көндәрең

Ҡәҙерле атайыбыҙ Радик Ябир улы Янчуринды 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!!!

Таҙалыҡта үтһен көндәреңТаҙалыҡта үтһен көндәрең
Таҙалыҡта үтһен көндәрең

Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон, бәхетле ғүмер кисерергә насип булhын!
Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген күреп, уларҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәре кисереп, күңелең нуры менән килер көндәребеҙҙе яҡтыртып йәшә!
Ҡотло булһын, атай, һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә тормошта!
Иң иҙге теләктәр менән балалары Лилиә, Юлиә, Әлфиә, кейәүҙәре Алексей, Раил, Ринат, ейән-ейәнсәрҙәре Алина, Азат, Риана, Булат, Рина, Регина.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас