Беҙҙең өсөн ҡояш һин

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Лена Саях ҡыҙы ТУҠАЕВАны 75 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. 

Беҙҙең өсөн ҡояш һинБеҙҙең өсөн ҡояш һин
Беҙҙең өсөн ҡояш һин

Йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ иҫ киткес сабыр кеше, ниндәй генә һынауҙар үтһә лә күңел күтәренкелеген юғалтмай, ауырлыҡтарға бирешмәй, беҙгә һәр ваҡыт үрнәк булып, ҡояш кеүек балҡып йәшәй.
Әней, һин булғанда донъябыҙ йәмле, фатихаларың менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, юлдарыбыҙ яҡты. Биргән тәрбиәң, кәңәштәрең өсөн мәңге рәхмәтлебеҙ, һинең алда баш эйәбеҙ, хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!
Гел шулай тормош матурлығына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Яҡындарыңа өләшкән күңел йылың, иғтибарың үҙеңә лә изгелек булып әйләнеп ҡайтһын. Аллаһы Тәғәлә сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан айырмаһын.Тыуыр таңдарың – имен, килер көндәрең – аяҙ булһын.
Һин бит, әсәй, беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, әсәй, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ!
Наҙлап ҡына үҫтерҙең бит беҙҙе,
Керпек ҡаҡмай, һөйөп ҡулыңда.
Һинең ғүмер балҡый
маяҡ булып
Беҙ үтәһе тормош юлында!
Иң изге теләктәр менән балаларың, килендәрең, кейәүҙәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас