

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле атай һәм олатай. Һин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һин булғанда беҙ бәхетле, тормошобоҙҙоң ныҡлы терәге, таянысы һин! Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Хәстәрлекле, тынғыһыҙ йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да әсәйебеҙ менән мул тормошта, туғандар ихтирамында, беҙ - балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанга.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Айгөл, кейәүең Рифат, ейәнсәрең Светлана.