Фәрештәләр торһон ҡаршыңда

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө улыбыҙ, яратҡан мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ Марат Рәфҡәт улы СӘҒИТОВ йәшлегенең матур байрамын – 30 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. 

Фәрештәләр торһон ҡаршыңдаФәрештәләр торһон ҡаршыңда
Фәрештәләр торһон ҡаршыңда

 Уны ошо матур ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Тырыш, уңған, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон, Сәлимә киленебеҙ, баларың менән бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ, ҡыуаныстарға төрөнөп кенә йәшә лә йәшә!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән әнейең Луиза, әтейең Рәфҡәт, ағайың Юлай, еңгәң Альбина, апайың Юлиә, еҙнәң Вадим һәм уларҙың балалары.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас