Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә

Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Илдус Ҡотдүс улы ТҮЛӘКОВ үҙенең матур ғүмер байрамы – 60 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай.

Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дәРәхмәт һиңә барыһы өсөн дә
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә

Ошо уңайҙан уны ихлас ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Әтей! Һин донъябыҙ тотҡоһо, һинең менән тормошобоҙ йәмле, мәғәнәле. Һинең эшһөйәрлегеңә, кешелеклегеңә, ярҙамсылығыңа ҡарап һоҡланырлыҡ һәм өлгө алырлыҡ. Һиңә ҡоростай һаулыҡ, ҡояшҡа тиң оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхет-ҡыуаныстар юлдаш булһын. Әнәйебеҙ менән аҡҡоштарҙай парлашып матур ғүмер юлын үтеүегеҙҙе теләйбеҙ! Беҙ һине ныҡ итеп яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әтей, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Ҡотлау менән тормош иптәше Фирүзә, балалары Флүзә, Инсаф, Ильяс, кейәүе Иҙел, ейәндәре Лилиә һәм Урал. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас