

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, һаулыҡ, тормош ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай, хеҙмәтең менән матур булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр, көс-көҙрәтең һүрелмәһен, һүнмәһен, баҫҡан аҙымдарың ышаныслы булһын. Ғүмер үрҙәреңә шатлыҡ, ҡыуаныстар менән артылырға яҙһын. Киләсәктә лә яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Киләсәктә лә гел шулай хәстәрлекле, ярҙамсыл һәм көләс йөҙлө булп ҡал, беҙ һине яратабыҙ!
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙеңә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Изге теләктәр менән тормош иптәшең Сәлимә, ҡыҙың Аселя, улың Даян.