Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда

Яҡуп ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Ишембай ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ, апайыбыҙ Фәүриә Илшат ҡыҙы Зөбәйерованы матур байрамы - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! 

Бәхет көтөп торһон ҡаршыңдаБәхет көтөп торһон ҡаршыңда
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда

Ҡәҙерлебеҙгә ғүмерҙәрең иң оҙонон, һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхет шатлыҡтарҙың бөтмәҫтәйен юллайбыҙ!
Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын. Кешелекле һин, изге күңелле, тырыш, уңған. Күңелең һис ҡасан борсолоуҙар белмәһен, алтын ҡулдарың талмаһын. Ҡыҙың Эльзаның уңыштарына һөйөнөп, яҡындарың менән бәрәкәтле мул тормошта йәшәргә яҙһын!
Ғүмереңдең яҡты ил киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек-ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Тыуған көнөң менән!
Иң изге теләктәр менән апайың Гөлдәр, еҙнәң Илһам, һылыуҙарың Гөлшат, Гөлсәсәк, кейәүҙәрең Самат, Илмир һәм уларҙың балалары 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас