Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ

Беҙҙең өсөн иң ғәзиз, иң ҡәҙерле, иң яҡын булған кешебеҙ, ҡәҙерле әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Багыт Алдонгар ҡыҙы ӘХМӘТОВАны 60 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙҺинән нурҙар алып йәшәйбеҙ
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ

Һөйөклөбөҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә беҙгә терәк-таяныс булып, тыуған йортобоҙҙоң ҡото, йәме булып, бәрәкәтле, мул тормошта йәшәргә насип итһен Хоҙай!
Ҡәҙерле әсәй! Һиңә барыһы өсөн дә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һәр яңы көнгә шатланып, үҙеңдең барлығың менән беҙҙе ҡыуандырып, бәхетле ғүмер кисереп йәшә лә йәшә әле!
Һине тыуған көнөң менән ҡотлап,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас