Беҙ уны ошо матур байрамы айҡаны ихлас күңелдән, ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Хеҙмәттәшебеҙ оло йәнле, бик ярҙамсыл һәм кешелекле, тырыш, егәрле, аҡыллы кеше, бына 40 йыл инде һаулыҡ һаҡлай өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт итә.
Хеҙмәттәшебеҙгә һөйөнөстәргә тулы бәхетле ғүмер, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, барлыҡ изге теләктәренең ҡабул булыуын, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, изгелектәрен күреп, улар менән бергә бәрәкәтле имен тормошта, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һөйөнөп кенә йәшәргә яҙһын.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә!!!
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт һаулыҡ һаҡлау амбулаторияһы коллективы.