Һинән ғәзиз кеше бармы икән?

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған улыбыҙ, ағайыбыҙ, туғаныбыҙ Илшат Насибулла улы ИҘРИСОВты матур 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, йөрәк түребеҙҙәң сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. 

Һинән ғәзиз кеше бармы икән?Һинән ғәзиз кеше бармы икән?
Һинән ғәзиз кеше бармы икән?

Йәйҙең үҙе кеүек яҡты йөҙлө, изге күңелле, оло йөрәкле, тырыш, сабыр холоҡло яҡыныбыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәрәкәтле яҡты көндәр теләйбеҙ. Хоҙай һине күңел тыныслығынан, бәхеттән айырмаһын. Донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, уларҙың изгелектәрен, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, артабан да бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, һау-сәләмәт булып, именлектә, бәхет-шатлыҡта йәшә.
Кешелекле бит һин, изге йәнле
Ярҙамсыл һин беҙгә, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға!
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Шат күңелдәр менән ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Бары сәләмәтлек, шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән атайың Насибулла, әсәйең Гөләйшә һәм барлыҡ туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас