Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яратҡан таянысыбыҙ булған тормош иптәшем, атайыбыҙ Илшат Насибулла улы ИҘРИСОВты күркәм 55 йәшлек юбилей көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ. 

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһенКөндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ярҙамсыл, асыҡ күңелле, тырыш кеше, изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған да.
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, балаларыңдың, яҡындарыңдың игелеген-изгелеген, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, һөйөүен тойоп, йәшә лә йәшә әле. Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, йәш, дәртле булып ҡал. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Һин беҙгә кәрәк тә, терәк тә, үрнәк тә. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, киләсәктә лә изге күңелле, кешелекле, ярҙамсыл, барыбыҙға ла терәк-таяныс булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итеһен Хоҙай.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек- ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Гөлнара, улдарың Илдар менән Мөхәмәт, ҡыҙың Гөлшат, кейәүең Айназар. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас