Теләйбеҙ беҙ бәхет кенә

Таймаҫ ауылында тыуып үҫкән һәм матур тормошта ғүмер итеүсе ҡәҙерле кешебеҙ, Туҡтарова Гөлләрә Ибраһим ҡыҙы, үҙенең һикһән бишенсе йәйен ҡаршылай.

Теләйбеҙ беҙ бәхет кенәТеләйбеҙ беҙ бәхет кенә
Теләйбеҙ беҙ бәхет кенә

Ҡәҙерле әсәй! Һине ихлас күңелдән күркәм юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һау-сәләмәт булып, балалар-ейәндереңдең ҡыуанысын күреп, килен-кейәүҙәр, туғандарыңдың ихтирамын тойоп, күршеләр, дуҫтарыңдың хөрмәтен һиҙеп, алдағы тормошоңда борсоу-мәшәҡәттәрһеҙ, ауырмайынса, хәйерле оҙон ғүмерҙәр насип булһын һиңә. Ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән саҡтарыңда күпме юлдар урағанһыңдыр, борсолған, һөйөнгән көндәрең дә булғандыр. Көҙгө ямғырҙарҙа, ҡышҡы бурандарҙа, ял белмәй хеҙмәт иттең, хеҙмәтеңә тоғро ҡалып, хеҙмәттәштәреңдең ихтирамын ҡаҙанып йәшәнең, беҙҙең ғорурлығыбыҙ булдың. Балаларым бәхетле булһындар тип, эшләгән изгелектәрең өсөн, беҙгә был тормошта йәшәргә көс биргән аҡыллы кәңәштәрең өсөн, шатлыҡ һөйөнөстәр килтерә торған хәйер-доғаларың өсөн сикһеҙ рәхмәттәр һиңә, ҡәҙерле әниебеҙ!
Юбилейың, әсәй, ҡотло булһын,
Теләйбеҙ беҙ бәхет генә.
Һөйөндөрһөн һәр бер көнөң,
Шатлыҡтар килеп кенә.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Ҡояш һиңә бирһен яҡтылыҡ.
Барлыҡ балаларың, ейәндәрең,
Китерһендәр бары яҡшылыҡ!

Һине яратып ҡыҙҙарың-улдарың, кейәүҙәрең-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләләрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас