Дуҫтар һәр саҡ булһын янда

Хөрмәтле коллегабыҙ Гөлнур Әхмәт ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВА йәшлегенең күркәм байрамын - 30 йәшлек юбилейын билдәләй. 

Дуҫтар һәр саҡ булһын яндаДуҫтар һәр саҡ булһын янда
Дуҫтар һәр саҡ булһын янда

Уны юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Яныңда бары тик ихлас, тоғро ышаныслы дуҫтарың, изге күңелле кешеләр генә булһын. Киләсәктә лә әлегеләй аҡыллы, өлгөлө, иғтибарлы, ярҙамсыл булып ҡал.
Тыуған көнөндәге һымаҡ,
Дуҫтар һәр саҡ булһын янда.
Һайрап ҡына уятһындар
Ҡоштар һине һәр бер таңда.
Бөгөнгә тиклем ашмаған,
Теләктәрең булһын ҡабул.
Изге күңелле, һау-сәләмәт,
Тәүфиҡлы ғына һин бул!!!
Иң изге теләктәр менән "Юшатыр"ҙар. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас