

Ҡәҙерлебеҙ, рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә, был тормошта һәр ваҡыт минең янымдан йәнәш атлап, ауыр саҡтарҙа терәк булып, шатлыҡтарымды уртаҡлашып, бер бөтөн булып йәшәүеңә. Балаларыбыҙға матур тәрбиә биреп, мине йыраҡ юлдарға оҙатып, һағынып ҡаршы алып торғаның өсөн рәхмәттәрем сикһеҙ.
Һиңә йәшлегеңдең матур юбилейыңда ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, эштәреңдә уңыштар теләйбеҙ, барлыҡ хыялдарың һәм маҡсаттарың тормошҡа ашһын, күңел күгеңдә һәр саҡ ҡояш балҡыһын! Һәр ваҡыт шулай көләс йөҙлө, матур һәм йәш булып, беҙҙе ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшә. Беҙ һине яратабыҙ!
Көндәремә-төндәремә
Нур өҫтәүсем һин бит ул.
Шуға һинең тыуған көнөң
Иң-иң изге көн бит ул.
Бәхет нурында ҡойоноп,
Наҙға күмелеп йәшә.
Минең менән тигеҙ булып
Һөйөп-һөйөлөп йәшә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фларис, улың Данис, ҡыҙың Сафина.