Тормош тупһаһы

Уны тәү күргәс тә үҙебеҙҙең кеше икәне тойолдо. Ябайлығы, ихласлығы, әрһеҙлеге - былары һуңынан, беҙгә эшкә килгәс, билдәле булды.

Тормош тупһаһыТормош тупһаһы
Тормош тупһаһы

Ә беренсе күргәндә ул Яңы Таймаҫ клубы тупһаһының иң өҫтөндә баҫып тора ине. Яңы Таймаҫ клубының тупһаһын күргәнегеҙ бармы? Текә ул, саҡ менәһең, абайламаҫтан, йығылып, имгәнергә лә була. Шунда башҡа билдәле генә шиғыр юлдары килде (ныҡ еләҫ көн ине, йәй):
- Тау башында бер ҡыҙ баҫып тора....
Әҙәпһеҙерәк шиғыр ул. Йүнлеһен бик белмәйбеҙме, шиғри күңелле түгелбеҙме, йә һапаталар, беренсе тапҡыр күрешкән кешегә әҙәмсәрәк һүҙҙәр табырға ла була ине, әммә Гөлнур үсекмәне, ҡушылып көлдө лә ҡуйҙы.
Хәйер, ул быға тиклем дә Юшатырға яҙышып торҙо, хатта бер мәл беҙ үткәргән Түңәрәк өҫтәлдә лә ҡатнашты. Йәш шағирә тип тә белә инек Гөлнурҙы (беҙҙән айырмалы рәүештә, шиғырҙы аңлаған кеше).
Ҡыҫҡаһы, бер мәл ул редакция тупһаһы аша үтте (бик бейек түгел уныһы). Былай ғына түгел, эшкә киләм тигән ниәт менән килгәйне. Ялсыҡайҙан Күмертауға күскәндәр икән һәм Гөлнур, күп уйлап тормай, туп-тура беҙгә килгән.
- Мин күптән һеҙҙә эшләргә хыяллана инем, хатта бер саҡ инша яҙғанда, кем булып, ҡайҙа эшләргә теләйһең тигән темаға, мин Юшатырҙа эшләргә теләйем тип яҙғайным.
- Бына өҫтәл, бына компьютер, ике ҡулыңа бер эш, килеп сыҡһа, эшлә.
Килгән һәр береһенә шулай тибеҙ, йәнә шулай тип өҫтәйбеҙ: әгәр ҙә эш күңелеңә ятмай икән, аяҡтарың редакцияға саҡ һөйрәлеп килә икән, үҙеңде лә, беҙҙе лә яфалап йөрөмә.
"Эшлә" тип әйтеүе генә анһат, редакция эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел, уныһы ярар, киң тармаҡлы ла ул - ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, иҡтисад, тағы әллә нәмәләр - һәр береһен аҙмы-күпме белергә, төшөнөргә кәрәк. Яҙа белеү оҫталығы - быныһы ауыр тема, журналистарҙы хәҙер табам тиһәң, теге Диоген һымаҡ, көндөҙ шәм яндырып йөрөргә кәрәк.
Был йәһәттән Гөлнур һынатманы, яҙа белә, тәме бар, тип ышаныслы әйтә алабыҙ.
- Һеҙҙе маҡтап киттеләр, - тип һөйөнсө алды бер мәл, - шәп яҙаһығыҙ тип.
- Әәә, ярар.... - быныһына өйрәнелеп бөткән.
- Мине лә маҡтайҙар ул.
Ул саҡта эшләй башлағанына ике ай, мах бирмәй, ана бит, күпме генә арала үҙ уҡыусыһын да тапҡан (үҙеңдең уҡыусыңды табыу - был журналистикала иң ҙур баһа, ҡайһы бер атҡаҙанған исемен йөрөткән дә ундай баҫҡысҡа менеп етә алмай).
Гөлнурҙы әрһеҙ тинек. Ҡыйыу ҙа ул. Лидер тип тә әйтһәк, яңғылышмабыҙ. Беренсегә килгән кеше ҡыймай, уңайһыҙланып, нимәгә тотонорға белмәй, аптырап ултыра торған ине, был ни.... Шартлата баҫып йөрөй башланы. Ғүмере буйы гәзиттә эшләгәндәрҙән дә былайыраҡ. Идеялы. Алма беш, ауыҙыма төш тип кенә ултырғандар ҙа була, тегене тегеләйтәйек, быны былайтайыҡ - Гөлнурҙың эшкә яңылыҡ өҫтәргә тырышыуын да хупламай булмай.
Алға ҡарап, пландар ҡороп йәшәгәнен дә телгә алмаһаҡ, гонаһ булыр, уның өҫтәлендә киләсәктә нимә эшләргә кәрәк тигән оҙооооон список ята, ҡулдан яҙылған. Әллә нисә бүлектән тора уныһы (утыҙлап барҙыр), яҡын переспективаға тигәне бар, унан китә алыҫырағы. Хәс тупһанан өҫкә үрләгән һымаҡ. Беҙҙең күбебеҙ, таң ата ла кис була, бөгөнгөһө булды, иртәгәһе - Хоҙай ҡулында тип йәшәп күнеккән халыҡ, был йәһәттән Гөлнур беҙгә һабаҡ та бирҙе кеүек.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, Гөлнур Хөсәйенова бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Юбилей. Ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп бөттөк, әле шуны ғына теләргә ине: гелән тормош тупһаһының иң өҫтөндә, бер ниндәй елдәргә лә бирешмәй, ныҡлы баҫып торорға булһын.

Тормош тупһаһы
Тормош тупһаһы
Автор:
Читайте нас