Шатлыҡ менән гөрләп йәшә

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, әсәйебеҙ, Ғәббәсова Рәмзилә Рафаил ҡыҙы үҙенең 50 йәшлек матур юбилейын билдәләй. 

Шатлыҡ менән гөрләп йәшәШатлыҡ менән гөрләп йәшә
Шатлыҡ менән гөрләп йәшә

Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылында яҡты донъяға килә әсәйебеҙ. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Кумертау педагогия колледжына уҡырға инә. Бына инде 35 йылға яҡын Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылында балаларға белем бирә, тормош һабаҡтарына өйрәтә. Талапсан, шул уҡ ваҡытты, йомшаҡ күңелле, ярҙамсыл уҡытыусы булғаны өсөн уҡыусылары хөрмәт итә, ярата.
5 бала әсәһе Рәмзилә Рафаил ҡыҙы. Беҙҙе наҙлап ҡына үҫтерҙе, төплө тәрбиә бирҙе. Беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ғүмер байрамың менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: һәр ваҡыт шулай мөләйем йөҙлө, оло йөрәкле, ярҙамсыл кеше булып ҡал. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, оҙон, бәхетле ғүмер, башлаған һәр эштәреңдә уңыштар һәм бөтә-бөтә хыялдарың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын! Беҙ һине яратабыҙ!
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә, матур йәй һымаҡ.
Һин бит беҙҙең өсөн ҡояш,
Һинән нурҙар алып йәшәйбеҙ.
Оҙаҡ йәшә, мәңге йәш бул,
Иң ҡәҙерле яҡын кешебеҙ.
Иң изге теләктәр менән балаларың. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас