

Тырыш, алсаҡ, һәр баланың күңеленә үтеп ингән, уҡытыусыны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, коллегалары ла бик ихтирам итә, ярата. Һеҙгә артабанғы тормошоғоҙҙа һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡурай моңондай оҙонон, ғүмерҙең парлы, тигеҙ оҙонон теләйбеҙ.
Эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа һәр саҡ уңыштар ғына насип булһын. Уҡыусыларығыҙ һәр ваҡытта,үҙҙәренең яулаған үрҙәре менән һеҙҙе шатландырһындар. Шәхси тормошоғоҙҙа, балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең бәхеттәренә һәм уңыштарына һөйөнөп, йәшәргә яҙһын. Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан, хөрмәт иткән яҡындарығыҙ булһын. Һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар,
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Иң изге теләктәр менән Аҡһары мәктәбе һәм балалар баҡсаһы коллективтары.