Тормош юлың - яҡты маяҡ

Йәйҙең матур көндәренең береһендә Башҡортостандың сихри тәбиғәтле Нөгөш буйында Әминә һәм Сәлим Кәлимуллиндар ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән беҙҙең ҡәҙерлебеҙ.

Тормош юлың - яҡты маяҡТормош юлың - яҡты маяҡ
Тормош юлың - яҡты маяҡ

Ошо көндәрҙә һөйөклө кешебеҙ Альмира Аҡсулпанова үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Уға 50 йәш тулды. Йәмле июль айының бар матурлығын үҙендә йыйған ул. Йөҙө һәр ваҡыт йәйге ҡояш кеүек ихлас балҡый. Киң күңелле, йомарт һәм ярҙамсыл. Уның янында һәр ваҡыт йылы, яҡты, рәхәт. Эргә-тирәһендәгеләргә һәр ваҡыт изгелек сәсеп йәшәй, йөрәге миһырбанлыҡ менән тулы.
Күңелендә һәр саҡ яҡты уй-ниәт йөрөткәнгә лә, тормош юлы ла бик матур уның. Һарыш ауылынан Рәис исемле егеткә кейәүгә сығып, күптәргә өлгө булырлыҡ татыу ғаилә ҡоралар. Иңгә-иң терәшеп ғүмер итеүҙәренә лә ошо көндәрҙә 30 йыл тула. Бер ул һәм ике ҡыҙ бала үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа баҫырға ярҙам итәләр. Өләсәй-олатай бәхетенә өлгәштеләр, әлеге ваҡытта ейәнсәрҙәрен тәрбиәләргә лә ярҙам итәләр.
Үҫеп етеп, үҙ аяғыбыҙҙа ныҡлы баҫып торһаҡ та, беҙҙең өсөн өҙөлөп торалар. Атайыбыҙ яҡшы кәңәштәре менән, хәстәрлеге менән терәк булһа, әсәйебеҙ - яғымлы һүҙе, тәмле-татлы аш-һыуы, фәһемле өгөт-нәсихәттәре менән беҙгә таяныс.
Һөнәри йәһәттән дә ҡәҙерлеләребеҙ бик бәхетле. Намыҫлылығы, эшһөйәрлеге, яуаплылығы менән эшләгән урындарында хөрмәт яулағандар. Әсәйебеҙ Күмертау ҡалаһында – тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәткәре. Ә атайыбыҙ Һарыш ауылында янғын һүндереүсе булып эшләй. Беҙ уларҙы бик яратабыҙ. Артабан да тыуған йортобоҙҙоң ҡото, тормошобоҙҙоң йәме булып оҙон-оҙаҡ йылдар, шатлыҡ-ҡыуаныстар менән, именлектә, муллыҡта оҙон ғүмер кисерергә насип булһын!
Ә әсәйебеҙҙе бөтә туғандары, өләсәй-олатай, атайыбыҙ. Ҡоҙа ҡоҙағыйҙары исеменән алтын юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яҡындары менән бергә күңел йылыһын бүлешеп, шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып, үҙе кеүек яҡты ла, йылы ла, яғымлы ла, йомарт та бәхет ҡояшы аҫтында оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.
Ҡәҙерле әсәй, һинең тормош юлың беҙгә яҡты маяҡ кеүек. Үҙеңдең эшең, ҡылығың, тормошто, кешеләрҙе яратыуың менән беҙгә матур өлгөһөң. Барыһы-барыһы өсөн дә һиңә ҙур рәхмәт!
Иң изге теләктәр менән улың Вилдан, киленең Эльвира, ҡыҙҙарың Фидалия һәм Рүзилә, кейәүең Замир, ейәнсәрҙәрең Карина һәм Камилла.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас