

Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле һин беҙгә. Киләсәктә лә киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡал. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде, мул тормошта балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Ҡабул булһын барлыҡ теләктәр.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Көс, дәрт өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән ҡатының Гөлфиә, улың Илдус, ҡыҙҙарың Гөлнара, Гөлшан, кейәүең Денис, ейәндәрең Таһир, Ислам, Эльмир, ейәнсәрең Диана һәм барлыҡ туғандарың.