Беҙгә йылы тик һин булғанда!

Бөгөн беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйебеҙ Фәриҙә Карамат ҡыҙы Бикмаеваның туған көнө. 

Беҙгә йылы тик һин булғанда!Беҙгә йылы тик һин булғанда!
Беҙгә йылы тик һин булғанда!

Беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк итте, атайым Юнир Сәлихйән улы менән 60 йыл матур ғүмер иттеләр, атай былтыр баҡыйлыҡҡа күсте, әсәйебеҙ баҡса тултырып йәшлесә, гөл-сәскәләр үҫтереп, әлеге каникул ваҡытында балалары, ейәнсәрҙәре менән матур итеп донъя көтә.
Әсәйемде һеҙҙең гәзит аша үҙемдең шиғырым менән ҡотлағым килә.

Ҡотло булһын, Әсәй, тыуған көнөң!
Бар теләктәр ҡабул булһындар!
Бәхет, шатлыҡтарға төрөнөп,
Йылдар, айҙар, көндәр уҙһындар!

Рәхмәт әйтәм һиңә, әсәкәйем!
Ғүмер бүләк иттең һин беҙгә.
Наҙға тулы күңел йылыңды һин,
Таратаһың, әсәй, әле лә.

Йомартлығың, тырышлығың менән,
Күптәрҙе һин хайран ҡалдырҙың.
Кешеләргә яҡты йөҙөң менән,
Йөрәгеңә барыһын һыйҙырҙың.

Рәхмәт, әсәй, һиңә мең-мең тапҡыр,
Беҙ бахетле - һин бар донъяла!
Ҡояш йылытҡандай "Ер әсәне",
Беҙгә йылы тик һин булғанда!

Теләйем мин күңел тыныслығы!
һәм һаулыҡтың иң-иң ҡоросон!
Шатлыҡ, ҡыуаныстар насип булһын,
һәм Хоҙайҙың биргән тормошон!
Ҡотлау менән Өфө ҡалаһынан Альбина Бикмаева.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас