

Улар ҡулға-ҡул тотоношоп, туғандарын ҡыуандырып, дуҫтарын, күршеләрен һоҡландырып ғүмер юлынан атлайҙар. Илдар һәм Рөстәм улдарына ғүмер, лайыҡлы тәрбиә, юғары белем биреп, матур тормош юлына аяҡ баҫтырып, хәҙер инде яратҡан олатай-өләсәй улар.
Ҡәҙерлеләребеҙ һеҙгә ҡаҡшамаҫ мөхәббәт, шатлыҡлы көндәр, тағын да оҙаҡ йылдар парлы, татыу ғүмер кисереүегеҙҙе, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Ер йөҙөнөң бөтөн матурлығын,
Килә һеҙгә бүләк итәһе,
Донъялағы иң матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын һеҙгә әйтәһе.
Зәңгәр күктәр матур йондоҙ менән,
Еҫле гөлдәр менән ер йәмле.
Йондоҙҙарҙай яҡты, гөлдәй гүзәл
Һеҙҙең менән тыуған йорт йәмле!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарығыҙ.